23 октябрҙә Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралы...
23 октябрҙә Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет ҡалаһындағы бүлек начальнигы урынбаҫары, подполковник Денис Вәлитов Үҙән мәктәбендә булды. Осрашыу темаһы - йәштәрҙе енәйәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеүҙең заманса схемалары. Төп тезистар: - Гаджеттар аша вербовкалау: енәйәтселәрҙең үҫмерҙәр менән төп элемтә каналы - мессенджерҙар һәм смартфондарҙағы социаль селтәрҙәр. Кураторҙар “тиҙ аҡса” эшләү теләгенә йәки фаш ителеү ҡурҡыуына баҫым яһап эш итә. Дропперлыҡ һәм вандализм: офицер үҫмерҙәрҙе законһыҙ финанс операцияларына йәлеп итеү схемаларын (үҙеңдең банк картаһын сит кешегә тапшырыу) һәм мөлкәтте, бина фасадтарын, һәйкәлдәрҙе “еңел аҡсаға” емереүҙе аңлатты. Был еңел эш хаҡы түгел, ә мутлашыусыларға, террористик ойошмаларға туранан-тура ярҙам итеү һәм енәйәт яуаплылығы, тип иҫкәртте Денис Анатольевич. “Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй”. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: хәүефһеҙлек һәр беребеҙҙән башлана!