Ҡаланың Косогорный биҫтәһендә балалар майҙансығы асылды. Әммә был ваҡиғаның төп үҙенсәл...
Ҡаланың Косогорный биҫтәһендә балалар майҙансығы асылды. Әммә был ваҡиғаның төп үҙенсәлеге шунда: уны төҙөлөш компанияһы ла, ҡала ла түгел, ә Иван Лавренов төҙөтә. Иван Анатольевич өс йыл элек Косогорныйға күсеп килә һәм ике йыл буйына был проектты әҙерләй: ерҙе рәсмиләштерә, ҡорамалдар һатып ала, майҙансыҡтың һәр элементына тиерлек күңелен һала. Әле уның пландарында - ҡойма ҡуйыу һәм тағы бер нисә элемент өҫтәү. Иван Анатольевич күп йылдар хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, Махсус хәрби операциялағылар өсөн гуманитар ярҙам йыя һәм шәхсән үҙе конвой менән фронтҡа бара. Ул үҙе ҡала хакимиәтенә һәм шәхсән ҡала башлығы вазифаһын башҡарыусы Ришат Ситдиҡовҡа, Төҙөкләндереү бүлеге белгесе Виктория Веретина, Ксения Гореловаға, шулай уҡ Антон Локоцковҡа, Сергей Агофонцевҡа, Дмитрий Кузнецовҡа, Вадим Ямбаевҡа, Геннадий Андрияновҡа һәм Денис Ганцевҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә