Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! Тимер юл ауылында Ҡорбан байрам...
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын! Тимер юл ауылында Ҡорбан байрамы үтте. Ул Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы Артур Закиров, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, "Изге ай" фольклор коллективы тарафынан ойошторолдо. Ҡорбан байрамына мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылды. Имам хатиптар Йомағол хәҙрәт һәм яңы ғына Тимер юл ауылында хәҙрәт булып эш башлаған Арслан Тимур улы байрам намаҙын, сүрәләр уҡыны һәм вәғәздәр һөйләне. Сосновка хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, Абҙаҡ хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, "Урал" гәзите баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, Сосновка ағинәйҙәре етәксеһе Земфира Кәримова йыйылыусыларҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы, тыуған илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын теләне, яуҙа һәләк булған яугирҙарҙың рухына аят сүрәләре уҡылды. Ҡорбан ғәйетенә бағышланған байрамда махсус хәрби операциянан ҡайтҡан Марсель Ҡорбанғәлиев та ҡатнашты. Барыһы ла иҫән булған һалдаттарыбыҙҙың тиҙерәк еңеү яулап тыуған ерҙәренә, ғаиләләренә ҡайтыуын теләнеләр. Милли ризыҡтарҙан һығылып торған табын янында башҡа донъяуи мәсьәләләр тураһында ла һөйләшеү алып барылды. Байрам сараһынан һуң Ҡорбан салған, байрам өҫтәлен әҙерләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерелде.