Хөрмәтле Резида Илдар ҡыҙы һәм Дим Дамир улы! — 22 августа 2026 г. в 12:37:33.728
Хөрмәтле Резида Илдар ҡыҙы һәм Дим Дамир улы! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты етәкселеге һәм педагогик коллективы һеҙҙе законлы никахығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә. Никахығыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлауығыҙҙы, туй нәсихәттәрен үтәүегеҙҙе, яңы тыуған ғаиләгеҙгә ел-ямғыр тейҙермәйенсә йәшәүегеҙҙе, бер-берегеҙгә һәр саҡ тоғро булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Тыныслыҡ, именлек, рухи берҙәмлек насип итһен һеҙгә. Коллегабыҙ Резида Илдар ҡыҙы гимназияла эшләү осоронда үҙен бик уңған, егәрле, намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытты. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, коллективта абруй һәм хөрмәт яулап өлгөрҙө. Өлгөлө хеҙмәте, тырышлығы, һәм һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарғаны өсөн гимназия етәкселеге уға үҙенең рәхмәтен еткерә. Һеҙгә, йәштәргә, алдағы тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар, ижади еңеүҙәр, татыулыҡ, муллыҡ, саф мөхәббәт, парлы ғүмер, ап-аҡ бәхеттәр теләп ҡалабыҙ.

