1 сентябрь- белем байрамы ғына түгел, ә тормошобоҙҙағы яҡты өмөттәр, хыялдар тормошҡа а... — 1 сентября 2026 г. в 13:34:42.346
1 сентябрь- белем байрамы ғына түгел, ә тормошобоҙҙағы яҡты өмөттәр, хыялдар тормошҡа аша торған көн. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ла, традиция булараҡ, Белем байрамы үтте, һәр ваҡыттағыса бик матур һәм йөкмәткеле сара булды. Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Нил улы Ишемғолов, Өфө фән һәм технология университетының ғилми эштәр буйынса проректоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор Илдус Фәнис улы Шәрәфуллин, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби медик, хәрбиҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеү пункты начальнигы Шәрәфетдинова Алһыу Ғибәт ҡыҙы ҡатнашты. Ҡунаҡтар үҙ сығыштарында уҡыусыларға һәм педагогик коллективҡа уңыштар, яңы бейеклектәр теләне. Гимназия етәкселеге юғары профессионализм, педагогик оҫталыҡ һәм үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергәндәре, уҡыусыларҙың сағыу һөҙөмтәләре өсөн тәрән рәхмәтен белдереп, берҙәм дәүләт имтиханында уҡыусыларҙы 100 баллға әҙерләүсе рус теле уҡытыусыһы Данир Фәнир улына, биология уҡытыусыһы Фазылғаянова Динә Ким ҡыҙына һәм химия уҡытыусыһы Полянская Ләйсән Ринат ҡыҙына Рәхмәт хаттарын тапшырҙы . Йөҙ балл йыйыусыларҙы әҙерләү-талантлы уҡыусы менән үҙ эшен юғары кимәлдә белгән уҡытыусының бергәләп, килешеп эшләү һөҙөмтәһе,-тине Илнур Рифат улы. Шулай уҡ Мәғариф министры Ильдар Марат улы Мәүлитбирҙиндең Рәхмәт хаты менән дәүләт имтихандарын юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн директорҙың уҡыу буйынса урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова бүләкләнде. Барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға илһамлы эш һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Яңы уҡыу йылы һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы еңеүҙәр менән байытһын! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

