Перейти к содержимому
Максиметер

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында яңы уҡыу аҙнаһы т...

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында яңы уҡыу аҙнаһы тантаналы рәүештә башланды. Традиция буйынса байрам Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагтарын, шулай уҡ үҙебеҙҙең гимназия-интернат флагын күтәреү һәм дәүләт Гимндарын башҡарыу менән асылды. Сентябрь гимназия тормошонда иң мөһим айҙарҙың береһе: яңы килгәндәр өсөн ул — дуҫтар табып, яңы мөхиткә өйрәнеү, адаптация осоро; сығырылыш уҡыусылары өсөн иһә оло юлға сығыр алдынан тырышып уҡыуға старт алыу булып тора. Белем көнө менән уҡыусыларҙы гимназиябыҙҙың директоры Илнур Рифат улы Сәлихов ҡотланы. Ул тырышып уҡырға, тәртипле булырға, үҙ -үҙеңде төрлө яҡлап үҫтерергә саҡырҙы һәм белем үрҙәренә ынтылырға өндәне, шулай уҡ аҡыллы , намыҫлы булырға, гимназистарҙың юғары уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләне. #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова

647 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

876 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.