"Берҙәмлек бейеүе" 💚 Милли кейем көнөндә тотош республиканан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы һ...
"Берҙәмлек бейеүе" 💚 Милли кейем көнөндә тотош республиканан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы һәм 50-гә яҡын ижади коллектив «Ватан» этнопаркына йыйылды. Берҙәмлек бейеүе» — Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Милли кейем көнөнә арналған масштаблы республика бейеү флешмобы. Был сара 2026 йылдың 11 сентяберендә беренсе тапҡыр үткәрелде. Уны Башҡортостан Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре ойошторҙо. Гимназиябыҙҙың «Аҡйондоҙ» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә был саранан ситтә ҡалманы. Улар төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрендә сығыш яһаны. «Берҙәмлек бейеүе»ндә ете төрлө бейеүҙән өҙөк: башҡорт, урыҫ, татар, мари, мордва, сыуаш һәм чечен халыҡтарының дәртле хәрәкәттәре бер бөтөнгә үрелде. Халыҡтарыбыҙ дуҫ, ә илебеҙ тыныс булһын! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова