Гимназиябыҙҙың тормошонда тағы бер мөһим ваҡиға булып үтте: Башҡортостан Республикаһы Б...
Гимназиябыҙҙың тормошонда тағы бер мөһим ваҡиға булып үтте: Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (БДХИА / БАГСУ) Өфөлә өс гимназияла предуниверсарий, йәғни, дәүләт хеҙмәте буйынса профиль кластар ойошторасаҡ, бының өсөн гимназия директоры Сәлихов Илнур Рифат улы менән килешеү төҙөлдө. «Дәүләт хеҙмәте өйрәнеүгә теләүселәр өсөн был бик күп мөмкинлектәр аса, -тинеАзат Шамил улы Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының (БАГСУ) ректоры вазифаһын башҡарыусыһы.- Был профиль кластар чиновниктар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуймай. Һәм уҡыусыларҙың мотлаҡ дәүләт хеҙмәте карьераһын һайлауы ла мөһим түгел, әммә мин ышанам: нәҡ ошондай эш кешенең донъяға киң ҡарашын формалаштырырға һәм өлгөргән шәхестәр үҫтерергә мөмкинлек бирә». Сығарылыш уҡыусылары өсөн был профиль тағы ла бер ҙур ярҙам булыр тип ышанабыҙ, һуңғы йылдарҙа юридик һәм дәүләт хеҙмәттәре йүнәлешен һайлаусы уҡыусыларыбыҙ һаны арта бара. #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова. #Предуниверсарий