Өфөләге «Торатау» конгресс-холында бөгөн, 2026 йылдың 11 сентябрендә, ҙур сара — ҡатын-...
Өфөләге «Торатау» конгресс-холында бөгөн, 2026 йылдың 11 сентябрендә, ҙур сара — ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларының һәм халыҡ оҙонлоғон бағышлаған «Ватан көсө» (Сила Отечества) юбилей форумы үтте. Уның сиктәрендә «ВМЕСТЕ ПОБЕДИМ!» тигән махсус сессия ойошторолдо. «Торатау» Конгресс-холында иҫ киткес атмосфера торҙо: йөҙләгән янып торған күҙҙәр, тиҫтәләгән спикерҙар һәм уларҙы бер ҙур маҡсат берләштерҙе: Ватаныбыҙҙы тағы ла көслөрәк итеү. Бер майҙансыҡта республиканың киләсәген булдырыусыларҙы: меценаттарҙы, ирекмәндәрҙе, махсус хәрби операция геройҙарын, әүҙем йәштәрҙе, Башҡортостан яҙмышына битараф булмағандарҙы Һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарҙы йыйҙы. Рәми Ғарипов исемендәге гимназия уҡыусылары ла был саранан ситтә ҡалманы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан үткәрелгән "Мин башҡортса һөйләшәм" майҙансығында ҡатнашты улар. Осрашыуҙа башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар менән таныштылар, төрлө өлкәләрҙә туған телде популярлаштырыу өсөн нимәләр эшләнгәне тураһында белделәр Был байрамда ҡатнашыу ҙур мәртәбә булды. #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова