Гимназиябыҙҙың 8В класы уҡыусылары Мусакалимова Регина һәм Мөхәмәтйәнов Иршат "Ғаилә" м...
Гимназиябыҙҙың 8В класы уҡыусылары Мусакалимова Регина һәм Мөхәмәтйәнов Иршат "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә асылған "Арғымаҡ" мәҙәни - ағартыу үҙәген тантаналы асыу сараһында ҡатнаштылар. Регина "Урал батыр " эпосынан өҙөктө яттан һөйләне, ә Иршат матур итеп ҡурайҙа уйнаны. Уҡыусыларға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был сарала Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы депутаты Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы, "Аҡбуҙат" журналының баш редакторы Лариса Хашим ҡыҙы ҡатнашты. Регина менән Иршаттың сығыштары ҡунаҡтарға бик ныҡ оҡшаны, улар юғары баһа бирҙеләр! Афарин Регина һәм Иршат! Артабан да уңыштарығыҙ күп булһын, һәр саҡ әүҙем булығыҙ! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова