Һәр йыл гимназистар сафттары яңы уҡыусылар менән тулылана. Быйыл да шаян, дәртле, уңға...
Һәр йыл гимназистар сафттары яңы уҡыусылар менән тулылана. Быйыл да шаян, дәртле, уңған малайҙар һәм ҡыҙҙар килгән. Бөгөн, 24 сентябрь көнө, уларҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназия-интернатына алыу тантанаһы үтте. Төрлө ҡала, райондарҙан килгән балалар үҙҙәре менән аныштырҙылар, булған һәләттәрен күрһәттеләр! Һәр класс иҫтә ҡалырлыҡ номерҙар әҙерләгән, сығыштары онотмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Балалар гимназияның исеменә тап төшөрмәҫкә, халҡыбыҙҙың туған телен, мәҙәниәтен һәм традицияларын ихтирам итергә , белемгә ынтылырға, дуҫтарына ярҙам итергә ант бирҙе. Кисә аҙағында Заһир Исмәғилов көйөнә, Баязит Бикбай һүҙҙәренә яҙылған, күптән инде гимназияның Гимнына әүрелгән «Интернатым- пар ҡанатым» йыры башҡарылды. Алға, гимназистар! Фән тауҙарына тырышып үрләгеҙ, ҡыйынлыҡтарға бирешмәгеҙ! #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова