27 сентябрҙә Халыҡ-ара туризм көнө билдәләнә .
27 сентябрҙә Халыҡ-ара туризм көнө билдәләнә . Башҡортостан - Рәсәйҙең иҫ киткес матур төбәктәренең береһе, уның тәбиғи мираҫы хайран итерлек һәм мауыҡтырғыс. Бөгөнгө көндә туризм ныҡ үҫешә һәм киң билдәлелек яулай. Башҡортостандың туристик ресурстарына 300 самаһы карст мәмерйәһе, 600 йылға, 800 күл, Урал тауҙары һырттары, өс дәүләт ҡурсаулығы һәм геопарктар инә. Республикала 31 шифахана бар. Уларҙың һәр ҡайһыһында һыу, ләм менән дауалайҙар, ҡымыҙ, иппотерапия йүнәлеше эшләй. Рәми Ғарипов исемендәге гимназия уҡыусылары ла Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата. Һәр йыл һайын төрлө кластар педагогтар һәм ата-әсәләр менән берлектә тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыға. Яңыраҡ 10 е класы Белорет районының Айгир тауына күтәрелһә, 7 кластар Өфө ҡалаһы буйлап экскурсияға сыҡтылар , ә 6 А класы Кушнарен районының "Һөт ранчо" һына барып килделәр! Бындай саралар уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләй, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята һәм практик белем бирә. #беренселәр #брги #БРГИ1имениРамиГарипова. #Деньтуризма