Гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы, башҡорт журналисы, шағир, «Ағиҙел» журналының баш мө...
Гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы, башҡорт журналисы, шағир, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Шулай уҡ икенсе сығарылыш уҡыусыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мөнир Ҡунафиндың «Бер ғүмер етмәй икән» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең режиссеры Рөстәм Хәкимов та юғары ошо юғары премияның лауреаты булды. Гимназия коллективы уларҙы ошо айҡанлы ҡайнар ҡотлай һәм яңы ижади бейеклектәр теләй. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын, илһам, ижади ҡомар һүрелмәһен, уларға яңы бейеклектәр теләйбеҙ!