Алтын көҙҙә матур юбилейын билдәләүсе тағын бер хөрмәтле педагогыбыҙ бар, ул Өмөтбаева ...
Алтын көҙҙә матур юбилейын билдәләүсе тағын бер хөрмәтле педагогыбыҙ бар, ул Өмөтбаева Рәзилә Рамазан ҡыҙы! 65 йәш - шундай ҡәҙерле дата. Бөгөн һеҙгә ҡарап, күптәр һоҡлана. һеҙҙең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ булып ҡалығыҙ. Сабыр, итәғәтле, ярҙамсыл булғанығыҙ өсөн балалар ҙа һеҙҙе ярата, һеҙҙең күңел йылыһы уларға ла етә, ауыр саҡтарҙа терәк булып тора. Көндәрегеҙ бүләктәргә, ҡыуаныстарға, бәхеткә тулы булһын. Ә үҙегеҙгә, ғаиләгеҙҙең бәхетен күреп, ҡыуанырға яҙһын. Тағы ла күп тапҡырҙар барлыҡ туғандарығыҙҙы юбилей кисәһенә йыйыуығыҙҙы теләйбеҙ. һәр ваҡыт шулай йәш, матур, һөйкөмлө булып, донъяны балҡытып, башҡалар күңеленә нур өҫтәп йәшәгеҙ!