2026 йылдың 8 октябрендә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын...
2026 йылдың 8 октябрендә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында тәүге тапҡыр уҡыусылар араһында ҡурайсылар конкурсы ойошторолдо. Бөтәһе 80 - дән ашыу ҡурайсы конкурста сығыш яһаны. Конкурстың жюри составында Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев, билдәле ҡурайсылар Вилдан Дәүләтбирҙин, Әғләм Юлгилдин һәм "Ашҡаҙар" радиоһының тауыш режиссеры Илнур Миһманов булды. Гимназиябыҙҙың 7 класс уҡыусыһы Самир Латыпов һәм 9 класс уҡыусыһы Артур Әхмәтдинов яңғыҙ башҡарыусылар араһында ll һәм lll призлы урындар яуланылар. Егеттәрҙең мәртәбәле жюри ағзалары алдында сығыш яһауы һәм юғары баһа алыуы ҙур ҡаҙаныш булып тора. Йәш ҡурайсыларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр һәм илһам теләйбеҙ. Ҡурай байрамының юғары кимәлдә үтеүе ҡыуандыра, киләсәктә ул һәйбәт традицияға әйләнер тип ышанабыҙ.