Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә Башҡортостан Рес...
Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов менән эш осрашыуы үтте. Унда гимназиябыҙ исеменән «Беренселәр хәрәкәте»нең беренсел бүлексәһе рәйесе, 11-се класс уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов, өлкән вожатый Шәүрә Хафизова , гимназиябыҙҙың 1975 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер, театр һәм кино актеры Әлмирә Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова ҡатнашты. Осрашыуҙа өс мөһим тәҡдим ҡаралды: сәнғәт эшмәкәрҙәре менән ижади осрашыуҙарҙы даими үткәреү, гимназия менән Өфө дәүләт сәнғәт институты араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу, тәрбиәселәргә методик ярҙам күрһәтеү һәм урта звено уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу. Министр йәштәрҙең башланғыстарын хуплауын белдереп, бындай осрашыуҙарҙы һәм оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороуға булышлыҡ итергә әҙер булыуын белдерҙе. Талантлы йәштәргә юл асыу, милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү һәм педагогтарыбыҙға ярҙам итеү — уртаҡ маҡсат булырға тейеш! Командабыҙға һәм һәр саҡ йәштәргә терәк булған остаздарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ!