Тәүге сиректең һуңғы уҡыу аҙнаһы ғәҙәттәгесә мәктәп линейкаһынан башланып китте. Линейк...
Тәүге сиректең һуңғы уҡыу аҙнаһы ғәҙәттәгесә мәктәп линейкаһынан башланып китте. Линейка традицион рәүештә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагтарын, Рәми Ғарипов исемендәге республика беренсе Башҡорт гимназия-интернаты флагын күтәреү , гимндар башҡарыуҙан башланды. Был аҙна линейкаһы бигерәк тә йәнле барҙы: директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Шәмсетдинов Азамат Закир улы көҙгө каникулдарҙың оҙайлы булыуын еткерҙе, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртте , сиректе яҡшы баһаларға тамамларға саҡырҙы. 16-17 октябрҙә гимназия ла Президент һайлауҙары үтте. Уҡыусылар үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Искәндәр Мөхәмәтйәнов һайлау һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Был мөһим сара Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Октябрь районы территориаль һайлау комиссияһы менән хеҙмәттәшлектә ойошторолдо. Һайлаусылар исемлегенә 675 кеше индерелде. Ике көн дауамында тауыш биреүҙә 531 кеше ҡатнашты. Тауыштарҙы һанау һөҙөмтәләре түбәндәгесә: Алладанова Сәйҙә — 126 алты тауыш йыйҙы; Дилмөхәмәтов Азамат —191 тауыш; Мәкәримова Ынйы — 199 тауыш. Шулай итеп, гимназиябыҙҙың уҡыусылар советы рәйесе (президенты) итеп Мәкәримова Ынйы һайланды! Еңеүсене ихлас ҡотлайбыҙ һәм яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ! «Һайлауҙарҙың тулы һөҙөмтәләре һәм ентекле отчёты инаугурация тантанаһында иғлан ителәсәк», -тине Искәндәр. Уҡыу аҙнаһы мауыҡтырғыс һәм уңышлы үтһен!✨ #линейкаБРГИ1РамиГарипова #ВыборыпрезидентаБРГИ1РамиГарипова #беренселәр #БРГИ1имениРамиГарипова