🛑 Элегерәк булған хәл. Бер танышым менән фатир алыу юлдарын эҙләй инек. Бушҡа түгел ин... — 29 мая 2026 г. в 10:36:37.154
🛑 Элегерәк булған хәл. Бер танышым менән фатир алыу юлдарын эҙләй инек. Бушҡа түгел инде, шундуҡ аҡсаһын түләү мөмкинселеге лә юҡ. Әммә, нәмәнәндер башлар кәрәк. Шулай матур ғына аралашып йөрөгән ерҙә, был осрашыуҙарҙан ҡаса башланы. Баҡтиһәң, ҡайҙандыр социаль программа аша фатир алыу мөмкинселеген белеп ҡалған да, хәҙер шуны йәшереп маташа икән (һуңынан үҙе әйтте, ундай мәғлүмәтте кеше менән уртаҡлашһаң, фатирлы булыу мөмкинселегенән ҡолаҡ ҡағыуың мөмкин икән, тей). Динебеҙ иһә, икенсе төрлө өйрәтә: ҡайғыны уртаҡлашһаң - ул кәмей, ә шатлыҡ - бүлешкәндән һуң арта ғына. Яҡшы мәғлүмәт менән дә шулай. Йәнә, үҙеңә теләгәнде башҡаға ла телә, ти динебеҙ. Радиола, телевидениела, газета һәм журналдарҙа сығыш яһауыбыҙҙың да ниәте шул - үҙебеҙгә билдәле хәйерле мәғлүмәтте башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләйбеҙ.(Морат Лоҡманов, журналист, "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы) #көнүҙәкфекер

