🛑 Нейроселтәр журналисты тулыһынса алмаштыра алмай. Мәҫәлән, хәл-ваҡиғалаларҙы бөтә ту... — 28 мая 2026 г. в 11:18:55.556
🛑 Нейроселтәр журналисты тулыһынса алмаштыра алмай. Мәҫәлән, хәл-ваҡиғалаларҙы бөтә тулылығында һөйләп, ундағы мөхитте еткереү, баһа биреү һәләтенә эйә түгел, әммә ул күп йәһәттән һеҙҙең ҙур ярҙамсығыҙ була ала. Ул ҡайһы бер эштәрҙе, мәҫәлән, тәржемә, ябай ғына текстар яҙыуҙы шул тиклем тиҙ башҡарырға булыша. Һөҙөмтәлә һеҙ ваҡытығыҙҙы үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы булған башҡа йүнәлештәргә бүлә алаһығыҙ. (Айгиз Ҡунафин, программист) #көнүҙәкфекер

