🛑Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә фекер, донъяға ҡараш үҙгәреүе һиҙелә. Хәҙер кешеләр мәғәнәгә ... — 22 мая 2026 г. в 09:03:30.027
🛑Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә фекер, донъяға ҡараш үҙгәреүе һиҙелә. Хәҙер кешеләр мәғәнәгә нығыраҡ иғтибар бирә. Быны беҙҙең журнал уҡыусыларының ихтыяжын күҙ уңында тотҡанда ла асыҡ күререгә мөмкин. Фәлсәфәүи, тормош асылы тураһында әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйҙар, шуларға күберәк урын биреүҙе һорайҙар. Ә бит әле күптән түгел генә һәр төрлө шоуҙар, күңел асыу тапшырыуҙары, еңел-елпе рубрикалар популяр булып киткәйне. Бөгөнгө уҡыусы, тыңлаусы был күренештән арына бара. Әгәр журналистиканы ижад кимәленә күтәргән осраҡта ул уйлыларға мотлаҡ барып етәсәк. (Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире) #көнүҙәкфекер

