Арҙаҡлы дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин әрмелә хеҙмәт иткән сағында. — 15 июня 2026 г. в 08:19:05.352
Арҙаҡлы дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин әрмелә хеҙмәт иткән сағында. 1914 йылда батша армияһына алынып, фельдшер курстарын тамамлап, фронтҡа оҙатыла. һуғышта ике йыл йөрөй, 1916 йылда яраланып Өфөгә ҡайтарыла. Был фотола Шәһит Хоҙайбирҙин Өфөлә урынлашҡан 144-се запас уҡсы полкында хеҙмәт иткән сағында. Погондарындағы ҡыҙыл тәре уның рота фельдшеры вазифаһында икәнлеген күрһәтеп тора.(Азат Ярмуллин, тарих фәндәре кандидаты, "Башҡортостан тарихы" төркөмөнән)

