Таныш булығыҙ - йәш ғалимә Илүсә Әхмәҙуллина, филология фәндәре кандидаты, Өфө ҡыҙы, ба... — 23 июня 2026 г. в 08:53:16.794
Таныш булығыҙ - йәш ғалимә Илүсә Әхмәҙуллина, филология фәндәре кандидаты, Өфө ҡыҙы, баш ҡаланың З.Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһын тамамлаған. Өфө фән һәм технологиялар факультетында студенттарға ҡытай телен уҡыта. Фәнни эше лә ошо көнсығыш теле менән бәйле - ул рус, ҡытай һәм башҡорт телдәрендә иҡтисади терминдарҙы өйрәнгән. Технологик суверенитетҡа ынтылған илдә техник фәндәргә иғтибар артһа ла, гуманитар йүнәлеш тә иғтибар үҙәгендә, ти Илүсә Әхмәҙуллина. 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ғәрәп телен өйрәнеү башлана, тип иғлан иткәндә тиҙҙән ҡытай теле лә программаға инмәҫ, тимәгеҙ)) Ҡытай телен өйрәнергә Илүсә Әхмәҙуллинаға уҡырға килегеҙ)

