«Әсәйем 22 йәшендә һуғышҡа алына. Уның яу юлы Ленинград өлкәһендә башлана һәм 1946 йылд... — 22 июня 2026 г. в 06:52:29.941
«Әсәйем 22 йәшендә һуғышҡа алына. Уның яу юлы Ленинград өлкәһендә башлана һәм 1946 йылда Японияла тамамлана. Атайым да һуғышта була, ләкин ул кире ҡайтарыла, сөнки ул уҡытыусы. Матросовтарҙы, Космодемьянскаяларҙы, Шайморатовтарҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн тылда уҡытыусылар кәрәк була. Ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең илдең еңеүендә тап уҡытыусыларҙың роле ҙур була.» Хәтер һәм ҡайғы көнөндә тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев менән Бөйөк Еңеү хаҡын иҫкә төшөрҙөк. Эфир бөгөн, 22 июндә, 17.45, БСТ.

