🥒🥒🥒Еңелсә һәм тиҙ тоҙлана торған рецепт тәҡдим итәбеҙ.
🥒🥒🥒Еңелсә һәм тиҙ тоҙлана торған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Кәрәк була: 📌 1 кг йәтеш кенә ҡыярҙар; 📌 1 аш ҡалағы тоҙ; 📌 3-4 һарымһаҡ; 📌 укроп; 📌 полиэтилен пакет. 🥗Укропты, һарымһаҡты ваҡ итеп турарға. Ҡыярҙы йыуып, остарын ҡырҡып ташларға. Полиэтилен пакетҡа теҙеп һалырға, шунда уҡ укроп, һарымһаҡ, тоҙ өҫтәргә. Пакеттың осон тығыҙ итеп бәйләргә. Һыуы аҡмаһын өсөн тағы бер пакетты ҡатларға була. Ныҡ ҡына һелкетеп алғандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйырға. Мәле-мәле менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. 6-8 сәғәттән һуң хуш еҫле тоҙло ҡыяр һеҙҙең табынығыҙға йәм бирер.