Тормош иптәшемдең өләсәһен,аңлайышлы булһын өсөн ,шулай тип,яҙам,мин дә ,балаларым да өләсәй ,тип йөрөттөк.Беҙ йәш кенә инек,ике бәләкәй бала бар ине.Өләсәйҙе ирем үҙебеҙгә күсереп апҡайтты.Ҡәйнәм үҙе ҡәйнә мн йәшәгәс,өләсәй ҡыҙына йәшәргә бара алманы.ирем,өләсәйҙең ейәне инде.Хэлдәре былайыраҡ була. Илле йәшендә,оләсәйҙе бабайға димләйҙәр,биик өгөтләгәстәр,риза булған. Бабайҙың,эбейе мәрхүм,балаларының үҙ тормошо.Бабай мн өй ҙә һалып сығалар,утыҙҙан ашыу ,йыл икеһе донья көтәләр.Беҙ ҙә ҡунаҡта булғаныбыҙ булды,сөкөрҙәшеп сәй эсә инеләр икеһе.Шунан ней,олатай мәрхүм булып китеп,өләсәйгә көн бөтә.Өйөнән ҡыуылғас,өләсәйҙе,ирем барып алды.Беҙгә килгәндә уға һикһән йәш ине..Беҙ ҙә ун ике йыл йәшәп,туҡһан ике йәшен дә мәрхум булды.Өйөбөҙгә ,өләсәй килгәс,әй рәхәт йәшәнек.Йоҙаҡ та булмны ишектең…