Минән 15 йәшкә кесерәк ир-егеткә ғашик булдым. Ул өйләнгән булған, әммә ҡатыны бала тап... — 7 июня 2026 г. в 06:23:01.187
Минән 15 йәшкә кесерәк ир-егеткә ғашик булдым. Ул өйләнгән булған, әммә ҡатыны бала тапҡанда үлгән. Яңы тыуған балаһы ла оҙаҡ йәшәмәгән. Бындай ҡайғынан һуң мин уға ярҙам итергә теләнем. Тәүҙә беҙ таныштар ғына инек, һуңынан мөнәсәббәттәр йылынды, беҙ бергә йәшәй башланыҡ. Әммә ул мине үҙенең ҡатыны менән сағыштыра, минең ҡайһы бер һүҙҙәрем дә уға тәүге ҡатыны әйткән кеүек тойола, йөҙ һыҡаттарымды ла уға оҡшата, фатирҙа ла тәүге ҡатынының фотолары эленгән. Тимәк ул беренсе ҡатынын онота алмай, уны ғына ярата. Миңә нимә эшләргә икән?