Улым 35 йәш кенә еткәс өйләнде, сөнки быға тиклем йөрөгән ҡыҙы менән ташлашты ла оҙаҡ ҡ... — 5 июня 2026 г. в 16:46:53.916
Улым 35 йәш кенә еткәс өйләнде, сөнки быға тиклем йөрөгән ҡыҙы менән ташлашты ла оҙаҡ ҡына бер кем менән дә осрашып, дуҫлашып йөрөмәне. Был өйләнгән ҡатынының тәүге иренән балаһы бар. Улымдың мөнәсәбәтенә ҡыҫылманым, бер ни әйтмәнем. Үҙе ҡарар иткәс айырылған ҡатынға булһа ла өйләнһен тинем. Хатта үҙ фатирымдан бүлмә, бергә йәшәргә тәҡдим иттем. Теләмәнеләр, теге ҡатындың бер бүлмәле фатирында йәшәй башланылар. Улым менән беҙҙең арала мөнәсәбәттәр насарая башланы. Улым инмәй, хәлде лә эштә булғанында ғына белеп шалтырата. Мин уларға барһам килендең яратмағаны йөҙөнә сыға. Әле ауырлы, бәпәй көтә. Ул киленгә минең ниндәй насарлығым булды икән, бындай ҡылығын бөтөнләй аңламайым.