Мин дә эс серемде һөйләйем әле һеҙгә. Ирем үҙенән күпкә олы бер ҡатын (ире, балалары ба... — 4 июня 2026 г. в 15:17:01.170
Мин дә эс серемде һөйләйем әле һеҙгә. Ирем үҙенән күпкә олы бер ҡатын (ире, балалары бар) менән сыуала! Элек йөрөгән булғандар икән!!! Был хәлде белгәс, илап та ҡараным, сығып китеп тә ҡараным, тик файҙаһыҙ!!! Ирем ситкә китеп эшләй, телефон аша һөйләшәләр һаман! Яңыраҡ осрашыуҙары булырға тейеш ине, мин пландарын боҙҙом, килеп сыҡманы! Иремдең был темаға бөтөнләй һөйләшкеһе килмәй! Бәлки уларҙа мөхәббәттер, ә ирем балалар тип кенә минең менән йәшәйҙер? Нимә эшләргә? Апайҙар, ярҙам итегеҙ, кәңәш бирегеҙ! Аноним.