Анон. Беҙ ҡатыным менән 10 йыл бергә, ике балабыҙ бар. Ҡатынымды үлеп яратам тип әйтә а... — 2 июня 2026 г. в 11:12:00.730
Анон. Беҙ ҡатыным менән 10 йыл бергә, ике балабыҙ бар. Ҡатынымды үлеп яратам тип әйтә алмайым, ләкин хөрмәт итәм, ул — балаларымдың әсәһе, яҡшы хужабикә. Һәм бына яңыраҡ эшкә яңы хеҙмәткәр килде. Минән 5 йәшкә йәшерәк, үҙе шундай сағыу, аҡыллы, беҙ уның менән бер тулҡында. Башта эш буйынса ғына аралаштыҡ, һуңынан бергә төшкө ашҡа йөрөй, СМС-тар яҙыша башланыҡ. Уны күрер өсөн понедельник еткәнен көтөп алам. Сөнки өйҙә ҡатыным менән күңелһеҙ, көндәлек эш, көнкүреш тураһындағы һөйләшеүҙәр ялҡтты, ә йәш ҡыҙ менән — мин осамын, үҙемде ҡанатлы итеп тоям. Ул минең ҡатыным, балаларым бар икәнен белә, шуға артығын рөхсәт итмәй. Мин дә уға ныҡ оҡшауымды һиҙәм. Ғаиләмде ташлап ҡына сығып китергә бер аҙ ҡурҡам, ни тиһәң дә атайлыҡ бурысы, балалар... Икенсе яҡтан — һуңғы 15 йылда булмаған хистәр. Үҙемде тыя алмай башлағанымды тоям. Бер нәмәне аңлайым, әгәр ғаиләмдә ҡалһам — ғүмер буйы ҡулдан ысҡындырылған мөмкинлек өсөн үкенеп йәшәйәсәкмен. Был хәлдә ниндәй юлды һайларға икән?