Зарланмайым. Мин зарланып ҡына, — 1 октября 2026 г. в 11:00:06.380
Зарланмайым. Мин зарланып ҡына, Үҙгәрмәй бит тормош еңелгә, Сабыр итеп көтәм, серҙәремде Сисмәйенсә лайыҡ түгелгә. Еңел түгел һынмай, бөгөлмәйсә Башты ғорур тотоп йәшәүе, Тик ишетмәҫ минән бер кем аһ-зар – Был ғүмерҙәр – йәшен йәшнәүе! Тартҡылаша торғас яҙмыш менән, Бөттө инде сәстәр ҡарланып... ...Йәшен кеүек кенә ғүмеремде Йәшәйһем юҡ илап-зарланып! Фирүзә Абдуллина.
778 просмотров