Анон. Оло ҡыҙымды көндән-көн нығыраҡ күрә алмайым. 19 йәшемдә ауырға ҡалдым, тапҡы килм... — 2 июня 2026 г. в 06:00:07.370
Анон. Оло ҡыҙымды көндән-көн нығыраҡ күрә алмайым. 19 йәшемдә ауырға ҡалдым, тапҡы килмәне, әммә атаһы һәм тирә-йүндәгеләр бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, үҙебеҙ ярҙам итербеҙ, булышырбыҙ тип ышандырҙы. Атаһы бер хайуан булып сыҡты. Бала тыуғас 4 ай үткәс, мин иремде ҡыуып сығарҙым, әммә ул тағы 5 йыл буйы ҡанымды эсеп йәшәй бирҙе. Миңә әсәйем генә ярҙам итте, был баланың тыуыуы менән мин уның ғүмерен генә боҙҙом кеүек тойола. Хәҙер оло ҡыҙыма 15 йәш, мин уға ҡарай ҙа алмайым, ул ерәнеү һәм уға ҡарата нәфрәт теләге генә уята. Тауышын ишетеүҙән үк йән көйә, тиҙерәк ауыҙын япһа ярар ине тип уйлай башлайым. Ул шундай йүнһеҙ, холоҡһоҙ, ҡыҙымды бер ҡасан да күрмәҫ өсөн полицияға тапшырғы килә. Бер кемгә ҡарата ла бындай кире ҡараш, хис-тойғо булғаны юҡ ине. Кесе ҡыҙым бар, уны үлеп яратам, ҡарап туя алмайым, һәр ваҡыт ҡосаҡлағым һәм үпкем, иркәләгем килеп тора. Оло ҡыҙыма 18 йәш тулыуын көтәм. Уны ҡыуып сығарыр инем. Шуны бер ҡасан да күрмәҫкә, аралашмаҫҡа ине ул. Көндән-көн үҙемде ҡулда тотоуы ауырлаша, ҡыҙып туҡмап ташламаһам ярар ине.