Нәмә генә әйтһәгеҙ ҙә, беренсе һөйгән йәрҙәр барыбер онотолмай ул. 55 йәшкә етеп киләм,... — 29 сентября 2026 г. в 04:00:09.592
Нәмә генә әйтһәгеҙ ҙә, беренсе һөйгән йәрҙәр барыбер онотолмай ул. 55 йәшкә етеп киләм, кейәүгә сыҡманым. 11 класта уҡығанда бер егет менән таныштым, минән ике йәшкә генә олораҡ ине, бер йыл ғына осраштыҡ. Аннан армияға китте, мин ҡалаға киттем. Армиянан ҡайтҡас килде яныма. Шунан ауылға ҡайтмайым тип ҡаршы килдем, юлдар айырылды. һаман да һағынам. Ул өйләнде, бәхетле йәшәйҙәр. Шул ваҡытта ауылға ҡайтҡан булһам тип уйлап ҡуям. Нисек оноторға кәңәш бирегеҙ, минең кеүек беренсе мөхәббәтен һағыныусы бармы тағын? Анонимно.