Һаумыһығыҙ,серҙәштәр! — 1 октября 2026 г. в 10:00:02.829
Һаумыһығыҙ,серҙәштәр! Анонимно баҫтыр инде. Бында сер яҙғаным да юҡ,уҡымайым да.Ләкин инде түҙерлек әмәлем ҡалманы,аптырап яҙырға булдым.Крик души тейҙәрме әле... Яңғыҙ ҡатынмын,миңә әлеге мәлдә 35+.Аллаға шөкөр,яратҡан эшем бар,балаларым үҫеп килә,уҡып йөрөйҙәр,имен - һауҙар.Тырышып шуларҙы кәм - хур итмәйем,бирешмәйем тип йәшәп ятҡан сағым.Бер үҙем үҫтерәм балаларҙы,иптәшем мн айырылдыҡ.10 Йылға яҡын инде,яңғыҙмын.Ҡыйын,арыным яңғыҙлыҡтан.Эсмәйем,тартмайым,эшләп йөрөйөм.Ләкин яңғыҙмын.Минең һымаҡтарҙы слишком правильная тейҙәр,сөнки ырғып - төшөп тормайым,эш - өй - эш тип кенә йәшәп ятыла.Яңғыҙыма ҡыйын,кешегә күрһәтмәй түҙәм,сыҙайым.Йылмайып йөрөйөм,ә эстән илайым.Кемдәр яңғыҙ,шулар аңлар. Ҡана һуң,тыныс ҡына,донъя көткәндәй,тормош иптәше табып бәхетле - парлы ғына йәшәргә ине.Балалары булһа,бигерәк тә яҡшы.Үҙем балалар яратам,бергә - бергә үҫерҙәр ине. Яңғыҙлыҡ шул тиклем арытты.Баймаҡ,Әбйәлил,Бөрйән райондары яғынан бәлки танышырға теләүселәр табылыр.