Ир менән ҡатындың аралары тик юҡтан һыуына башлаған. Ситкә йөрөйҙөр тип, ирен ҡыҙғанып,...
Ир менән ҡатындың аралары тик юҡтан һыуына башлаған. Ситкә йөрөйҙөр тип, ирен ҡыҙғанып, ике аҙна артынан күҙәтеп йөрөп тә ҡарай, шикләнеүе раҫланмай ҡатындың. Көн дә тик юҡтан эт менән бесәй һымаҡ тик юҡҡа талаша ла китәләр икән. Ай буйы шулай бер-береһен интектергәс, ҡатын әхирәтенә бара. Бар ҡайғыһын һөйләп биргәс, әхирәте белемсегә барырға кәңәш итә. Тик алдан шылтыратып яҙылырға ғына кәрәк икән. Ҡатын ире эштә булғанда, бар ҡыйыулығын йыйып белемсегә шылтырата. Уныһы уға аҙна һуңында, ире менән бергә йоҡлаған мендәрен тотоп килергә ҡуша. Ҡатын ире өйҙә булмағанда мендәрҙәрен машина багажнигына һалып, яңыларын алмаштырып һалып ҡуя. Кәрәкле көн еткәс белемсегә барырға сыға. Белемсе мендәрҙәрҙе өҫтәлгә һала һәм шәм яндырып йөрөтә башлай. Бер аҙҙан, шулай тип уйлаған инем дә, тип доғаларын уҡый-уҡый, мендәрҙәрҙе ҡырҡа башлай. Мендәрҙәрҙе асып бөткәс, шәм ҡара ҡором сығарып янырға керешә. Йөндө болғай-болғай мендәр эсенән ойошҡан йөндәрҙе сығарып һала. - Бына, эт менән бесәй йөнөн уратып, ғаилә тарҡатыр эсен боҙом эшләгәндәр, ти белемсе. Ғәҙәттә, бындай нәмәне ғаиләнең иң яҡын туғандары, дуҫтары эшләй, тип өҫтәгәс, ҡатын бер ай элек ҡунаҡҡа килгән иренең ағаһы менән ҡатынын иҫкә төшөрә. Шул ваҡыттан һуң ире менән аралары боҙола башланы ла инде. Мендәр ғаиләләге иң мөһим әйбер, өй ҡото. Улар менән бик һаҡсыл тотонорға кәрәк. Ырғытмаҫҡа, тапамаҫҡа. Мендәрҙә ауырыуҙар, насар төштәр йыйылып һаҡлана. Шуға күрә, йоҡонан насар уйҙар, баш ауыртыуы менән йыш уяна башлаһағыҙ- мендәрҙәрҙе алмаштырырға ваҡыт. Мендәрҙәрҙе бүләк итергә мөмкин, әммә алмаштырырға ярамай. Сөнки улар икенсе кеше энергетикаһын һаҡлай, тип белемсе һүҙен йомғаҡлай. - Боҙом менән үҙем эште бөтөрөрмөн, ә һин ҡайт, ирең көтә. Ҡатындың ҡайтыуына ире ашарға бешереп көтөп торған була. Шул көндән башлап уларҙың аралары яҡыная, бар низағтар артта ҡала.