Кеше өсөн беҙҙең ғаилә — өлгө. Ирем — баш, мин — муйын. Шулай тип уйлаһындар. Йәшәй баш...
Кеше өсөн беҙҙең ғаилә — өлгө. Ирем — баш, мин — муйын. Шулай тип уйлаһындар. Йәшәй башлаған йылдарҙа иремә бик тә таянаһым килде. Әммә ул ултырған урынынан һелкенмәй ҙә ине. Көтөп-көтөп тора инем дә, алға китеш күренмәгәс, үҙем барып тотона инем. Башта ғәрләнеп иланым, аҙаҡ ығы-зығы ҡуптарғыланым. Әммә ана һөтө менән кермәгәнде... Шуға күрә хәҙер уңа иғтибар итмәйенсә генә йәшәргә өйрәндем. Ялҡау ирҙең булыуына ҡарағанда, булмауы хәйерле, тиҙәр. Ләкин мин яңғыҙ ҡатын булып йәшәгәнсе, парлы яңғыҙ булыуҙы һайланым. Битлек кейеп йәшәргә өйрәндем. Балаларым әсәйем ҡарамағында, ирем уларҙы белмәй ҙә — туҡмы улар, мәктәптә ниндәй билдә алғандар. Әле ярай әсәйем бар, уңа рәхмәт инде. Тора-бара әрһеҙләнеп үҙ эшемде астым. Шөкөр, зарланмайым, аҡсамы етерлек. Һөйәркәм дә бар. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙ теләктәремде ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Ә ялҡау ирҙе... күрмәйем дә, күргем дә килмәй. Ҡыҙҙар, үҙегеҙҙе ҡарағыҙ. Ауыр сумкалар күтәреп, бөтөн ғаилә йөгөн үҙ өҫтөнә алған ҡатындар бер кемгә лә кәрәкмәй. Анонимно