Хәйерле көн һеҙгә! Мин бында кәңәш һорап яҙмайым, бары тик үҙ тормошом хаҡында яҙғым килә.
Хәйерле көн һеҙгә! Мин бында кәңәш һорап яҙмайым, бары тик үҙ тормошом хаҡында яҙғым килә. Күп апайҙар: «Ире хыянат итһә, ҡыуып сығарасаҡмын», – тиҙәр. Ә минең тормош иптәшем эсмәй, тартмай ине. Беҙ бергә 20 йыл йәшәнек. Өс бала үҫтерҙек. Аллаға шөкөр, йорт төҙөнөк. Ҡәйнәм дә беҙҙең янда вафат булды, һуңғы хәлендә беҙҙән ризалығын биреп, фатихаһын ҡалдырып китте. Бер ваҡыт тормош иптәшемә әллә нимә булды. Гел асыулы, һәр нәмәгә ризаһыҙ йөрөй башланы. Бер көн өйгә ҡайтты ла: «Мин бер ҡатын менән таныштым, шуға никах уҡытам, иртәгә», – тине. Мин быны бик ауыр кисерҙем. Өс бала, бергә ҡорған тормош, 20 йыллыҡ ғүмер… Артабан да төрлө ауырлыҡтар булды. Ул ҡатын беҙҙең тормошто емерергә тырышты, әле лә тырыша. Үҙе бик бай, үҙен ҡарап, үҙен яратып йәшәгән кеше. Бер яҡтан, мин ул ҡатынды ла аңларға тырышам. Һәр кемдең бәхетле булғыһы килә бит. Әммә бындай юл менән килгән бәхет ысынлап та бәхет буламы икән? Ирем мине һуҡмай ҙа, ҡыйырһытмай ҙа. Бер көн – уның менән, бер көн – өйҙә ҡуна. Мин инде быға ла өйрәнеп бөттөм. Минең яҙғым килгән нәмә шул: хәҙер яҡшы ирҙәрҙе ҡулға төшөрөргә тырышалар, ә насар ирҙәр бер кемгә лә кәрәкмәй. Мин бында кәңәш һорап яҙмайым. Әммә айырылышыр алдынан барыбер яҡшы итеп уйларға кәрәк тип һанайым. Берәүҙең йылдар буйы ҡорған тормошон емереп, «яңы, матур, идеаль ғаилә ҡорам» тип уйлаған кешеләргә лә аптырайым. Минеңсә, әгәр ирем ул ҡатынды осратмаһа, башҡаһын эҙләр ине. Сөнки шундай кешеләр ҙә була икән. Мин быны йылдар үткән һайын ғына аңлай башланым шикелле. Әле был беҙҙең тарихтың аҙағы ла түгелдер, бәлки. Ҡыйсса шулай дауам итер… Хәйерлеһе булһын инде. Минең тормошом кемгәлер кәрәк булыр тип уйламайым. Тик беҙҙең ҡайғырыуҙарыбыҙҙы, йөрәк әрнеүҙәребеҙҙе Ишетеүсе һәм һәр ваҡыт Ярҙәм Итеүсе бар. Раббыбыҙ беребеҙҙе лә Үҙенең ярҙамынан ташламаһын. 🤲