Әсәй кәрәк.
Әсәй кәрәк. Әсәйҙәргә лә бит әсәй кәрәк, Баштарына башын терәргә. Иркәләнеп яҡын кешеһенә, Түкмәй-сәсмәй серен һөйләргә. Әсәйҙәргә лә бит әсәй кәрәк, Нисә йәштә генә булһа ла. Һин бәхетле — әсәң иҫән булып, Күҙҙәреңә бағып ҡараһа. Йәш барғанда, үҙең әсәй булғас, Аңлайһың бит әсә ҡәҙерен. «Балам!» тиеп өҙгөләнгән саҡта, Иҫкә алаһың һин һәр мәлен... Әсәйҙәргә лә бит әсәй кәрәк, Балаларын бергә һөйөргә. Ҡыуанғанда, борсолған саҡта ла, Әсәй кәрәк икән һәр кемгә. Йән йылыһын тик әсәйҙәр бирә, Йылыта ул барлыҡ донъяны. Әсәйҙәргә лә бит әсәй кәрәк, Үтһәләр ҙә күпме йылдарҙы. Әсәйҙәргә лә бит әсәй кәрәк, Үҙе күптән әсәй булһа ла. Һәр кемебеҙ — бала, бала саҡтар Йыраҡтарҙа ятып ҡалһа ла. Әсәйҙәргә лә бит әсәй кәрәк, Әсәләрен һағына уларҙа. Оҙон булһын улар ғүмерҙәре, Йәшәү йәмле — әсәйҙәр барҙа! Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина)