ЙӘННӘТТӘ ИР МЕНӘН ҠАТЫН БЕРГӘ ЙӘШӘЙМЕ?
ЙӘННӘТТӘ ИР МЕНӘН ҠАТЫН БЕРГӘ ЙӘШӘЙМЕ? Һәр мосолмандың хыялы — Аллаһтың рәхмәтенә ирешеп, Йәннәт баҡсаларына инеү. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙән ишетеп белгән ожмах йорто, ундағы зиннәтле һарайҙар, емеш баҡсалары һәм татлы шишмәләр һәр беребеҙҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға ла был темаға ҡағылышлы һорауҙарымды даими әңгәмәсем — «Өмөт» мәсете имам-хатибы Равил хәҙрәт Бикбаевҡа бирергә ашыҡтым. — Йәннәт һәм Йәһәннәм Раббыбыҙ тарафынан барлыҡҡа килтерелгән. Улар хәҙер үк бар. Йәннәттә бер ниндәй ҙә кәмселек һәм етешһеҙлек юҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдең «Сәждә» сүрәһендә: «Әгәр Беҙ теләһәк, һәр кешегә иман һәм һиҙәйәт бирер инек, ләкин Йәһәннәмде иманһыҙ ендәр һәм кешеләр менән тултырасаҡмын, тигән һүҙем хаҡ булды», — ти. Шул уҡ сүрәлә Аллаһы Тәғәлә иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылған хаҡ мөьминдәр өсөн Мәьүә Йәннәте буласағын, уның уларға мәңгелек йәшәү урыны итеп әҙерләнгәнен белдерә. Аллаһы Тәғәлә беҙгә аҡыл да, һаулыҡ та, бихисап ниғмәттәр ҙә биргән. Эсергә һыуыбыҙ, һуларға һауабыҙ, ашарға ризығыбыҙ бар. Бынан тыш, Ул Ҡөрьәнде иңдергән, беҙҙе тура юлға күндереү өсөн пәйғәмбәрҙәр ебәргән һәм Үҙен танытҡан. Тимәк, мөьмин-мосолмандар Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, Йәннәткә инергә ынтылырға тейеш. Ҡөрьәндә был хаҡта күп тапҡыр әйтелә. Аллаһ Йәннәт менән Йәһәннәмде барлыҡҡа килтергәс, уларҙы күрергә Жәбраил фәрештәне ебәрә. Жәбраил уларҙы күреп ҡайтҡас, Йәннәтте күргән һәр кем унда инергә теләр, ә Йәһәннәмде күргән һәр кем унан ҡотолоу юлын эҙләр, ти. Шунан Раббыбыҙ Йәннәткә алып барыусы юлды ауырлыҡтар менән ҡаплай, йәғни унда эләгеү еңел булмаясаҡ. Ә Йәһәннәм юлын, киреһенсә, шәһүәт һәм нәфес теләктәре менән урата. Сабыр иткән кешегә был донъяла баш тартҡан ләззәттәрен Раббыбыҙ Йәннәттә бирәсәк. Ғөмүмән, унда кешеләрҙе бер кемдең дә күҙе күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән, хатта күңеленә лә килеп ҡарамаған ниғмәттәр көтә. Йәннәткә тәҡүәлек һәм күркәм холоҡ алып инә, тигән хәҙис тә бар. Тәҡүәлек — Аллаһтан ҡурҡыу, йәғни Ул тыйған нәмәләрҙән тыйылыу һәм Ул ҡушҡандарҙы үтәү. Күркәм холоҡ — һиңә яманлыҡ ҡылған кешегә яҡшылыҡ менән яуап биреү, насар һүҙ әйткән кешегә яҡшы һүҙ әйтеү. Имандың күрһәткесе намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу һәм саҙаҡа биреү генә түгел, күркәм холоҡ та. — Хәҙрәт, Йәннәткә иң беренсе һәм иң һуңғы булып кем инәсәк? — Йәннәт ишеген иң беренсе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ асасаҡ. Ә иң һуңғы булып инеүсе — Йәһәннәмдән иң һуңғы булып сығарылған кеше. Сират күпере Йәһәннәм өҫтөнән үтә. Күпер аша үткәндә ҡайһы бер гонаһлы мосолмандар Йәһәннәмгә төшәсәк. Әммә бер ваҡыт иң һуңғы кеше лә унан сығып, Йәннәткә инәсәк. Кемдең күңелендә иман бар, кем Аллаһҡа ышана, шул Йәһәннәмдә мәңгегә ҡалмаясаҡ. Ахыр сиктә ул Йәннәткә инәсәк. Иманһыҙ кешеләр генә Йәһәннәмдә мәңге ҡаласаҡ. — Йәннәттең дәрәжәләре күпме һәм кешеләр үҙҙәренең ниндәй дәрәжәлә булыуын беләсәкме? — Ғалимдар әйтеүенсә, Йәннәттең дәрәжәләре бик күп. Кешеләр ғәмәлдәренә ҡарап төрлө дәрәжәләрҙә буласаҡ. Әммә кеше унда үҙен башҡаларҙан түбән итеп тоймаясаҡ, кәмһенмәйәсәк. Һәр кем үҙенә иң ҙур ниғмәттәр бирелгән тип ҡәнәғәт буласаҡ. Йәннәттең һигеҙ ҡапҡаһы бар. Уларҙың береһенән ураҙа тотоусылар инәсәк. Шулай уҡ намаҙ һәм саҙаҡа әһелдәре өсөн дә айырым ҡапҡалар бар. — Йәннәттә ғаиләләр бергә йәшәйәсәкме? — Аллаһы Тәғәлә «Тур» сүрәһендә ата-әсәләрҙе балалары менән бергә йыйыуы тураһында әйтә. Әгәр балалары юғарыраҡ дәрәжәгә ирешһә, Аллаһ Үҙ рәхмәте менән ата-әсәләрен дә улар янына күтәрәсәк. Йәки, киреһенсә, ата-әсәләре юғары дәрәжәлә булһа, балаларын да улар янына йыйыуы мөмкин. Был да Йәннәт әһелдәренә бирелгән ниғмәттәрҙең береһе. — Тимәк, ир менән ҡатын да бергә йәшәйәсәкме? — Әгәр үҙҙәре шуны теләһә, бергә буласаҡтар. Был донъяла ҡайһы берәүҙәр үҙенең тормош иптәше менән, мәҫәлән, балалар хаҡына ғына йәшәргә мөмкин. Ә Йәннәттә кешеләр үҙҙәренең теләгенә ярашлы йәшәйәсәк. — Унда дуҫтар һәм туғандар бер-береһе менән аралашасаҡмы? — Ҡөрьән аяттарынан аңлашылыуынса, улар бер-береһе менән осрашып, аралашасаҡ, был донъяла нисек йәшәгәндәре тураһында һөйләшеп ултырасаҡ.