— Йәннәттә балалар тыуасаҡмы?
— Йәннәттә балалар тыуасаҡмы? — Юҡ. Әммә сабый сағында вафат булған балалар тураһында күпселек ғалимдар уларҙың Йәннәткә инәсәген әйтә. — Йәннәткә инеүселәр йәш буласаҡмы? — «Уаҡиға» сүрәһенә бирелгән ҡайһы бер тәфсирҙәрҙә Йәннәт әһелдәренең 33 йәштә буласағы әйтелә. Йәннәткә инеүселәр унда ҡайғы-хәсрәт тә, ауырыу ҙа белмәйәсәк һәм мәңгелек бәхеттә йәшәйәсәк. — Хур ҡыҙҙары тураһында нимә әйтерһегеҙ? — Иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжәһе һәм матурлығы ҙур буласаҡ. «Рахман» сүрәһендә хурҙар тураһында әйтелә. Улар гүзәл, саф һәм пак буласаҡ. Ҡөрьәндә уларҙың яҡут һәм мәрйен кеүек саф булыуы һүрәтләнә. — Йәннәттә намаҙ уҡыласаҡмы? — Унда намаҙ уҡыу бурысы булмаясаҡ, әммә Йәннәт әһелдәре Аллаһты зикер һәм тәсбих итәсәк. — Улар Аллаһты күрә аласаҡмы? — Эйе. Был Йәннәттәге иң бөйөк ниғмәт буласаҡ. — Йәннәт әһелдәре ниндәй кейем кейәсәк? — «Инсан» сүрәһенең 12-се аятында уларҙың сабырлығы өсөн Аллаһтың Йәннәт һәм ебәк кейемдәр менән бүләкләүе тураһында әйтелә. Шул уҡ сүрәнән аңлашылыуынса, унда кешеләр ҡояш эҫеһен дә, һыуыҡты ла тоймаясаҡ. Емештәр һәм татлы эсемлектәр тәҡдим ителәсәк. Уларҙы Йәннәттә мәңге йәш булып ҡала торған хеҙмәтселәр алтын һәм көмөш һауыттарҙа килтерәсәк. «Инсан» сүрәһенең 19-сы аятында улар тураһында: уларҙы күрһәң, сәселгән ынйы бөртөктәре тип уйларһың, тигән мәғәнә килә. — Йәннәттә тәүге ризыҡ ниндәй буласаҡ? — Ҙур балыҡтың бауыры. Ҡайһы бер ғалимдар уны кит бауыры тип тә аңлата. Ҡөрьәндә Йәннәттә буласаҡ ҡайһы бер ризыҡтарҙың атамалары килтерелә. Мәҫәлән, емештәр, хөрмә һәм башҡа ниғмәттәр. Әммә уларҙың Йәннәттәге тәме һәм сифаты был донъялағы менән сағыштырғыһыҙ буласаҡ. — Йәннәт тураһында күберәк белергә теләүселәргә Ҡөрьәндең ниндәй сүрәләрен уҡырға кәңәш итәһегеҙ? — «Инсан», «Уаҡиға» һәм «Рахман» сүрәләрендә Йәннәт тураһында ентекле бәйән ителә. Дилбәр Ғарифуллина