Фәрит һәм Зиләнең дауамы: ...
Фәрит һәм Зиләнең дауамы: «Ныҡлы ҡарарға килдем: айырылышам!» – экрандағы ошо һүҙҙәрҙе уҡығас, Зилиәнең йөрәге дөрҫләп типте, ә күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Егерме биш йыл буйы бергә үҫтергән балалары, бергә тартҡан тормош йөкмәткеһе ире өсөн бер секундлыҡ виртуаль хыялға тиң булып сыҡты бит. Ул башҡа сыҙай алманы. Дивандан тороп, ире ултырған күрше бүлмәгә йүнәлде. Ишектән ингәндә, Фәрит телефонға ҡарап йылмая ине — сираттағы «Айымдың» яуабын көтә ине, моғайын. Зилиә уның ҡаршыһына килеп баҫты ла, үҙ телефонынан һуңғы хәбәрҙе ебәрҙе: «Мин килешәм. Ошо ялда. Беҙҙең аш бүлмәһендә». Фәриттең телефоны билдә бирҙе, ул экранға ҡараны, анан күҙҙәрен ҡурҡыу һәм шаңҡыу менән ҡатынына күтәрҙе...