Бала саҡтан бисура тураһындағы хәбәр ҡолаҡҡа ныҡлы һеңеп ҡалған. Әсәйем һәм күрше -тирә...
Бала саҡтан бисура тураһындағы хәбәр ҡолаҡҡа ныҡлы һеңеп ҡалған. Әсәйем һәм күрше -тирәләге инәйҙәр ауыҙҙарын яулыҡ остары менән ҡаплап фәлән әбейгә бисура эйәләшкән икән, тип һөйләй торғайнылар. Беҙгә ишеттерергә теләмәһәләр ҙә, шул бисура тураһында асығыраҡ белге килә ине… Йылдар үткәс ҡайнымдар йәшәгән Мәләүез районы Һәргәй ауылында булғанда, көтмәгәндә: «Әбдрәхим бисура менән, йәшәгән бит», — тигән хәбәр ишеттем. Ул ҡайнымдың туғаны булып сыҡты. 1982 йыл Бөрйән яғындағы Кәшәле ауылынан күсеп сыҡҡан. Һәргәйҙән Кәшәлегә 40 саҡрымунда йәйәү йәки ат менеп кенә уҙырлыҡ юл булған. 1984 йылда беҙ иптәшем менән уның үҙен күреп, асыҡлап һөйләшәйек тип уларға индек. Әбдрәхим аҙ һүҙле булыуына ҡарамаҫтан, барыһын да яйлап булһа ла һөйләп бирҙе. Ул йылдарҙа был хәбәрҙе Әбдрәхим бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Кеше барыбер аңламаҫ, ышанмаҫ, ә үҙен иҫәрләнгән тип әйтерҙәр, тип ҡурҡа ине. Әле яңыраҡ улдарым менән ял итергә барғанда уға инеп ошо хәл тураһында яҙырға рөхсәт алып сыҡтым. Был юлы ҡаршы килмәне: «Йәшемде йәшәгәнмен,ашымды ашаганмын,балалар ҙа ул ваҡиганан һуң тыуҙылар,нимә һөйләһәләр ҙә хәҙер ҡурыҡмайым,-тине. Хәл былай булған: Ямаш менән Ғәлиәкбәр ауылдары янында ике ҡалҡыулыҡ араһынан Арыҡтай тигән йылға ағып ята. Ошо соҡорлоҡтан һәр бер кеше ҡурҡыуһыҙ үтмәй. Бында төрлө хәлдәр булғылай, ҡайһы берәүҙәргә ендәр күренгән. Әбдрәхимгә уны 3 тапҡыр күрергә тура килә. Беренсе тапҡыр күҙгә күренмәй, ә аттың сбруйы үҙенән-үҙе сиселеп китә, ат сығынлай, алға бармай, йөктө ырғыта. Әбдрәхим һүгенеп, сыбыртҡы шартлатып, күп мәшәҡәттәр менән соҡорҙо үтеп китә. Икенсе тапҡырында ла ен күренмәй генә ҡурҡыта. Өсөнсө мәртәбә Әбдрәхим күрше егетенә кәләш яусыларға икенсе ауылға бара. Ҡунаҡтар гөрләшә башлағас, мин бында ни эшләп ултырырға тейеш, өйҙә эш күп тип, эңерҙә һыбай ҡайтырға сыға. Теге соҡорҙа аттың йүгәндәре сиселеп китә лә, Әбдрәхим алдына бер һын пәйҙә була. Оҙонлоғо менән атҡа менгән кешегә тиңдәш, маңлайында бер генә күҙ. Көләпәрә кейгән, ти. Эргәһендә бер йәш ҡатын тора икән. Шулай ҡапма ҡаршы бере-беренә ҡарап тора биргәс, улар юғала. Әбдрәхим атын йүгәнләп алға китә. Әммә бының менән генә бөтмәйц, иң ҡурҡынысы аҙпағыраҡ була.Ошонан һуң күп ваҡыт та үтмәй беҙҙең герой өйләнеп, типһә, тимер өҙөрлөк ир була. Уның әле балалары булмай. Бер ваҡыт эңер төшкәс Фәриҙә күршеләргә кис ултырырға китә. Шул саҡта Әбдрәхим янында теге ваҡыт соҡорҙа күргән ҡыҙ пәйҙә була. Беҙҙең ауыл фәлән ҡатынға оҡшап тора,ти. Үҙенең яратыуы тураһында һөйләй, исемен Мәрсилә тип таныштыра. Мин дә уны шунда уҡ оҡшаттым, ти Әбдрәхим. Нисек кейенгән ине ул, тип һораным. Бик еңел сарафанда һәм башына көләпәрә кейгәйне, тине ул. Шул көндән алып ҡатыным юҡта Мәрсилә гел килә башланы. Кыш көндәрендә лә һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан,өшөнөм тип еңел кейемендә килгән.Ул ишектән инмәй,ә өйҙөң мөйөшөнән ингән кеүек була. Үҙемдең ҡатындан һыуынып бөттөм, тик Мәрсиләнең килгәнен һағынып көтә инем. Тәндәре нисек, кешенеке кеүекме, тип ҡыҙыҡһынам. Эйе,кешенеке кеүек, ләкин бик йомшаҡ, һөйәге бар, терһәктәре менән терәлә, ти. Ике йыл үткәс ҡыш көнө Фәриҙә менән икеһе ике атта һыбай Кәшәленән Һәргәйгә төшөп килгәндә, Әбдрәхимдең аты туғарылып китә лә бара. Шул ваҡыт урман ситендә Мәрсиләне күреп ҡала, ҡулында бала. Еңел кейенгән,ти. Ул: «Атың өсөн ҡурҡма, уны фәлән ауылда туғандарың алып инәсәк», — ти. Фәриҙә арттараҡ килгән була. Ул Әбдрәхимдең бер ҡатын менән һөйләшкәнен ишеткән, ә ҡатынды күрмәгән. Ни эшләп атыңды ебәрҙең, тот, тип ҡысҡырам ти Фәриҙә. Ә атты, ысынлап та, Әбдрәхимдең Сауҡа ауылында йәшәгән Миниямал апаһы күреп, сығып ала. Шулай өс йыл осраша былар. Ҡайһы ваҡыт ҡатыны өйҙә саҡта ла килә башлаған бисура.Фәриҙә лә һүҙгә ҡушыла: «Айырым йоҡлайбыҙ,кистән ишекте үҙем бикләп инеп ятам, өйҙә башҡа кеше юҡ. Тик төндәрен ирем ятҡан урындыҡтан төрлө сәйер тауыштар ишетелә ине. Мин аптырап бөттөм»,-тип һөйләй. Ос йылдан, һуң Фәриҙәнең түҙемлеге бөтә, тауыш ҡуптара башлай. Әбдрәхимгә хәлде һөйләп бирергә тура килә. Был хәбәр тиҙ арала ауылға тарала. Шунда берәү, башҡа ауылд