Бер ҡатын менән дуҫлашып киттек. Ире вахтала,был өс балаһы менән яңғыҙы. Уға барып пиво...
Бер ҡатын менән дуҫлашып киттек. Ире вахтала,был өс балаһы менән яңғыҙы. Уға барып пиво эсеп ултырабыҙ. Был эсеп алһа, кесе ҡыҙын буштан -бушҡа әрләй башлай, һуғып та ебәрә. Ҡыҙыҡайға ике йәш тула,апаһына дүрт. Тағы малайы бар. Баҡһаң, был ҡыҙҙары иренең тәүге ҡатынынан икән. Был үгәй әсә килеп сыға инде. Эйәрсән малайы менән иргә килгән ярты йыл самаһы элек. Иренең тәүге ҡатыны бер иргә әүрәп,сығып киткән. Ике балаһын алдырмағанмы теге ире, ни булһа ла,теге ҡатын тағы ауырлы ти, был ҡыҙҙар әсәһенә һыймаған. Ир яңы ҡатынының ҡаршылығына ҡарап тормай, ҡыҙҙарын үҙенә алған. Шунан был ҡатын күрә алмай баягыларҙы. Кесе ҡыҙы шарылдап илай,һыны ҡатып китә. Ыштанына һейһә лә алмаштырмай, ашарына әллә бирә,әллә юҡ. Эш боҙһа, был иҫерек нәмә осора тибеп тә ебәрергә может. Йәлләһәм дә ҡаршы өндәшә алмайым,үҙҙәре белә. Аҙаҡ виновата булып ҡалырмын. Етемдәр йортона оҙаттырам мин аларҙы, теге кәнтәй көтөргә теләмәгәнде ни эшләп мин ыҙаларға тейеш тей. Ҡатындың балалаларға ҡатылығы биҙҙерҙе мине. Ҡабат ҡатнашманым. Теге ҡыҙҙар ни хәлдәлер инде. Ир тип иҫе киткән әсәләрен дә әйтер инем инде. Ә аталары бахыр,аҡса эшләйем тип йөрөгән була, шул ваҡытта үгәй әсә издеваться итә. Анон.