ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 8 июня 2026 г.
Бөгөн " Ҡояшҡай" мәктәп яны лагеры ғәҙәттәгенән дә сағыуыраҡ балҡыны! — 8 июня 2026 г. в 08:05:08.709
Бөгөн " Ҡояшҡай" мәктәп яны лагеры ғәҙәттәгенән дә сағыуыраҡ балҡыны! Сөнки лагерҙа күңел асыу көнө үтте! Балалар рәхәтләнеп күңел асты һәм ваҡыттарын файҙалы үткәрҙе. Тәүҙә беҙ ижад донъяһына сумдыҡ: балалар үҙҙәренең яҡшы кәйефен ҡағыҙға төшөрөп, шат йылмайыулы смайликтар төшөрҙө. Унан инде серле һыу аҫты донъяһы менән танышыу булды. Беҙ диңгеҙ тормошо тураһында бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләгән мауыҡтырғыс мультфильм ҡараныҡ. Фильмды ҡарағандан һуң, пластилиндан әүәләү дәресендә беҙҙең диңгеҙ хайуандарынан торған тотош күргәҙмәбеҙ барлыҡҡа килде. Һәр кем үҙенең океандағы үҙенсәлекле һыу аҫты донъяһын эшләне! Шулай уҡ рәхәтләнеп хәрәкәтле уйындар уйнаныҡ. Шау-шыулы, күңелле һәм файҙалы үтте был көн!

