ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 3 июня 2026 г.
«РобоҺабантуй‑2026» асыҡ робототехника фестиваленә рәхим итегеҙ! — 3 июня 2026 г. в 07:24:30.587
«РобоҺабантуй‑2026» асыҡ робототехника фестиваленә рәхим итегеҙ! Әбделмәмбәт мәктәбе технологиялар тәбиғәт һәм йолалар менән осрашҡан үҙенсәлекле ваҡиғаға - «РобоҺабантуй‑2026» асыҡ робототехника фестиваленә саҡыра. ✅ Ҡасан: 2026 йылдың 6–7 июне. ✅ Ҡайҙа: Бөрйән районы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһе, Морат-Туғай ерлеге. ✅ Ойоштороусылар: Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе; «ТИМЕРБАТЫР» робототехника студияһы; «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы. ✅ Фестивалдең партнёры: «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы. ✅ Сараның маҡсаттары: ⚡️ заманса белем биреү технологиялары булараҡ робототехниканы популярлаштырыу һәм үҫтереү; ⚡️ үҙ эштәренең презентацияһын яһау күнекмәләрен формалаштырыу; ⚡️ робототехника һәм IT өлкәһендә һөнәри йүнәлеш биреү; ⚡️робототехника ижады өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү; ⚡️ Бөрйән районында ваҡиғалы туризмды үҫтереү. ✅ Фестиваль йүнәлештәре Ҡатнашыусыларҙы көсөргәнешле ярыштар көтә: 🔹«Робокөрәш» (автономлы роботтар, бурыс — дошманын арҡаһына йәки ҡабырғаһына әйләндереп түңкәреү); 🔹«Роботтарҙың ҡатмарлы ерлектәге сабыштары» (идара ителгән роботтар, ер өҫтө буйлап хәрәкәт); 🔹«Арҡан тартышыу» (автономлы роботтар); 🔹 «Сүлмәк ватыу» (автономлы роботтар); 🔹Дрондар ярышы; 🔹«Ҡурсаулыҡтар хеҙмәтендә роботтар» ижади проекттар конкурсы. 📌Үҙегеҙҙе күрһәтергә, фекерҙәштәрегеҙ менән танышырға һәм Башҡортостандың гүзәл мөйөшөндә онотолмаҫлыҡ ике көн үткәреү форсатын ысҡындырмағыҙ! «РобоҺабантуй‑2026»: унда роботтар еңергә өйрәнә, ә кешеләр илһамлана! ✅ Ҡатнашыу шарттары һәм фестивалдең программаһы менән Әбделмәмбәт урта мәктәбе төркөмөндә танышырға мөмкин.

