ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 2 июня 2026 г.
Бөгөн мәктәбебеҙ лагерында - Дуҫтар көнө үтте! Ниндәй күркәм байрам! Тормошто атай-әсә... — 2 июня 2026 г. в 08:48:53.155
Бөгөн мәктәбебеҙ лагерында - Дуҫтар көнө үтте! Ниндәй күркәм байрам! Тормошто атай-әсәйҙән, ғаиләнән, туғандарыңдан ҡала тоғро дуҫтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, шулай бит?! Иртәнге зарядканы эшләп алғандан һуң "Дуҫлыҡ" темаһына сара уҙғарылды. Ысын дуҫтар ниндәй булырға тейеш? тигән һорауға яуап эҙләнеләр һәм "Дуҫлыҡ сәскәһе" эшләнеләр, сәскәнең һәр бер тажына дуҫтарҙың сифаттарын яҙҙылар. Викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, төрлө мауыҡтырғыс уйындар уйнанылар. Дуҫтар менән - йәшәү йәмлерәк тә, сағыуыраҡ та, ҡыҙығыраҡ та. Шатлыҡта ла, көйөнөстәр килгәндә лә яныбыҙҙа аҡыллы, киң күңелле, шәп дуҫтарыбыҙ булһын! Бар булғанығыҙ, бергә булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, дуҫтар! Һәр ваҡыт дуҫ һәм татыу булырбыҙ, -тиеп күтәренке кәйеф менән таралыштылар уҡыусылар.

