Перейти к содержимому
Максиметер

Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары!

Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! Һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеге хаҡында иҫегеҙгә төшөрәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта бара. Был бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәптәре булып рөхсәтһеҙ урындарҙа һыу инеү, иҫерек килеш һыу янында ял итеү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу тора. Һыу инеү өсөн рөхсәт ителгән урындарҙы ғына һайлағыҙ, таныш булмаған урында һыу инмәгеҙ, һыуға суммағыҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ, иҫерек килеш һыу инеү, күперҙән һикереү ҡәтғи тыйыла! Йыш ҡына балалар күперҙән һикереп һыуға сумалар, һаулыҡтарын, ғүмерҙәрен хәүеф артына ҡуялар. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәгеҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

207 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

275 подписчиков · Образование

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.