ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 27 августа 2026 г.
26 август район мәҙәниәт йортонда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе ү... — 27 августа 2026 г. в 04:49:10.731
26 август район мәҙәниәт йортонда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе үтте. Район педагогтары яңы уҡыу йылы алдынан маҡсаттар билдәләне, уңыштарын барланы. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Байғусҡаров Зариф Зәкир улы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, муниципаль район Советы рәйесе Илшат Ишбулатов, ”Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлназ Ғәлләмова, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ойошма-учреждение етәкселәре ҡатнашты. Үткән уҡыу йылының һөҙөмтәләре, яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса беҙҙең мәктәп коллективы быйыл да һынатманы: урта мәктәптәр араһында уҡыусыларҙың егерме һигеҙенсе Спартакиадаһы һөҙөмтәләре буйынса Әбделмәмбәт мәктәбе 1-се урын алыуға өлгәште һәм күсмә кубок менән бүләкләнде, яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса ла беҙҙең мәктәп 1-се, 9 йыллыҡ мәктәптәр араһында Ҡолғана филиалы быйыл да беренселекте бирмәне, афариндар! Бөгөнгө тантаналы сарала Әбделмәмбәт урта мәктәбенең күп кенә уҡытыусыларына рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бына улар: Дауытов Рәсих Рәфис улы - физкультуранан «Төбәк этабы призеры әҙерләгәне өсөн» Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты һәм сертификат менән бүләкләнде. Шулай уҡ киләсәк быуынға тәрбиә биреүҙә ҙур өлөш индергәндәре өсөн район администрацияһының һәм Советының маҡтау ҡағыҙҙары менән Әфләтүнова Лилиә Харис ҡыҙы, Мөхәмәтғәлина Лилиә Рәйес ҡыҙы; район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙы менән Ғәликәева Резеда Рәмил ҡыҙы бүләкләнде. Барыһын да ҡотлайбыҙ, эштәрендә тағы ла яңы уңыштар теләйбеҙ!

