ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 27 августа 2026 г.
Тап 5 йыл элек Күгәрсен районынан "Земский учитель" программаһы буйынса беҙгә рус теле ... — 27 августа 2026 г. в 04:47:48.860
Тап 5 йыл элек Күгәрсен районынан "Земский учитель" программаһы буйынса беҙгә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып Ижбаева Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы килгәйне. 5 йыл ваҡыт күҙ асып йомғансы үткән дә киткән. Уның менән хушлашыу моңһоу ҙа, һағышлы ла, сөнки, Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы ошо 5 йыл эсендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, коллективта тамам үҙ кеше булып бөткәйне. Талапсан, үҙ эшен яҡшы белгән педагог булыу менән бер рәттән, оҫта ойоштороусы, алып барыусы, тамада, йырсы, кулинар, ижади шәхес, психолог - ғөмүмән, бар яҡтан да өлгөр, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ булараҡ ул тик оло хөрмәткә лайыҡ ысын Кеше булып беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ. Киләһе тормошонда ла тик уңыштар, һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.

