ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 19 октября 2026 г.
Әүҙем позициялы, һәр яҡлап үҫергә ынтылған ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында бөгөн беҙҙең м...
Әүҙем позициялы, һәр яҡлап үҫергә ынтылған ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында бөгөн беҙҙең мәктәптә "Ҙур ғаилә уйындары" үткәрелде. Конкурста Әбделмәмбәт мәктәбенән Заһитовтар, Суфьяновтар, Көмөшбаевтар һәм Ҡолғана филиалынан Айытбаевтар ғаиләләре ҡатнашты. Беренсе турҙа һәр ғаилә үҙ командаһы менән таныштырҙы. "Зирәктәр", "Күңелле эстафета", "Ғаилә эмблемаһы", "Кем оҫта", " Әкиәттә ҡунаҡта" ярыштарында командалар үҙҙәренең зирәклеген, отҡорлоғон, тапҡырлығын, етеҙлеген һынаны. Уйындар бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәләр буйынса 1 урынды - Заһитовтар, 2 урынды - Айытбаевтар һәм Суфьяновтар, 3 урынды - Көмөшбаевтар яуланы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бөгөнгө байрамдың спонсорҙары: Әфләтунова Зәлиә Ринат ҡыҙы, Хисаметдинова Римма Рәсүл ҡыҙы. Район күләмендә үтәсәк ярышта мәктәп данын Заһитовтар ғаиләһе яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ.