ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 20 октября 2026 г.
Бөгөн беҙҙең мәктәптә Атайҙар көнөнә арналған "Минең атайым" тип аталған һүрәттәр конку...
Бөгөн беҙҙең мәктәптә Атайҙар көнөнә арналған "Минең атайым" тип аталған һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһаныҡ. Балаларҙың ижадына һоҡланырға ғына ҡала! Һәр һүрәттә — сикһеҙ мөхәббәт, ғорурлыҡ һәм йылылыҡ сағыла. Жюри ағзаларына иң яҡшы эштәрҙе һайлап алыу бик ауыр булды, сөнки барлыҡ эштәр ҙә лайыҡлы ине. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр: 🥇 1-се урын: Сырлыбаев Дим, 4 класс 🥈 2-се урын: Ғәликәев Мөхәмәт, 3 класс 🥉 3-се урын: Ғәликәева Зәлифә,1 класс Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ! Атайҙар — беҙҙең терәгебеҙ! Байрам менән, ҡәҙерле атайҙар!